9 декабрь, Йома

20 март 2015 йыл, 11:43

Республикала ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр оҫталыҡтарын күрһәтәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 9 һәм 10 апрелдә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы үтә.

Бәйге бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Был күләмле сарала Башҡортостандан ғына түгел, шулай уҡ Алтай, Саха (Яҡут) республикаларынан, Пермь, Мәскәү, Силәбе ҡалаларынан 300-гә яҡын кеше ҡатнаша.

Конкурстың маҡсаты — башҡорт халҡының үҙенсәлекле музыка ҡоралын тергеҙеү, һаҡлау һәм пропагандалау, ҡумыҙ һәм өзләү сәнғәтен популярлаштырыу.

Башҡарыусыларҙың оҫталығы йылдан-йыл арта. Быға 2014 йылда Өфөлә ҡумыҙҙа уйнаусылар һәм өзләүселәр өсөн семинар үткәреү ҙә булышлыҡ итте. Семинарҙа ҡатнашыусылар Роберт Заһретдинов, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Илһам Байбулдин кеүек виртуоз ҡумыҙсыларҙың тәжрибәһен үҙләштерә алды. Улар Алтай Республикаһынан «Тандак» халыҡ һәм өлгөлө ансамбль етәксеһе Роман Саланханов, Саха (Яҡут) Республикаһы варгансыларының халыҡ-ара йәмғиәте идараһы ағзаһы Ким Борисов менән берлектә жюри составында эшләйәсәк, тип хәбәр иттеләр ойоштороусылар.

Сараға ҡунаҡ сифатында республика тамашасылары яратып өлгөргән, 2013 йылда Гран-при яулаған, «Урал моңо-2014» халыҡ-ара конкурс-фестивале дипломанты Тюрген Камдың (Силәбе) килеүе көтөлә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы gukrcnt@mail.ru адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Белешмә өсөн телефон: (347) 289-65-50, 289-66-96. Ғаризалар 2015 йылдың 1 апреленә тиклем ҡабул ителә.

Бәйгене Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Мәсетле районы хакимиәте ойоштора.

темалар: конкурс