3 декабрь, Шәмбе

20 март 2015 йыл, 10:28

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың наркотиктарға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 19 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең наркотиктарға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Ултырышта 2014 йыл йомғаҡтары буйынса республикала наркоманияның хәл-торошо мониторингы һөҙөмтәләре, шулай уҡ наркотиктарға ҡаршы иҫкәртеү сараларын арттырыуҙа ведомство-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.

– Республикала наркоманияға ҡаршы алып барылған эш яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Дезоморфинға бәйле проблеманың киҫкенлеген кәметеүгә өлгәштек. Бер нисә йыл ошо мәсьәлә менән шөғөлләндек. Хәҙер ҡайһы бер дарыу препараттарын һатыуға сикләүҙәр бар. Беҙ быны даими контролдә тоттоҡ.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, наркомандарҙы диагностикалау һәм дауалау системаһы камиллаша, кешеләрҙә наркотиктарға ҡаршы тотороҡло тәртип булдырыу буйынса социаль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өлкәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҫешә. Шуның менән бергә дөйөм хәл һәйбәт тип әйтеп булмай.

– Республикала наркомания менән сирләү кимәле күрһәткесе 100 мең кеше иҫәбенә 9-ҙан 6,7-гә тиклем кәмеүгә ҡарамаҫтан, илерткес матдәләр ҡулланыусыларҙың һаны 20 проценттан ашыуға артты, – тине Рөстәм Хәмитов.

Төбәк етәксеһе республика, муниципаль властарға, хоҡуҡ һаҡлау органдарына, белгестәргә, йәмәғәтселәргә бергә килешеп халыҡтың һаулығына ҡурҡыныс менән янаған наркотиктар һатыуҙы туҡтатырға кәрәк тип билдәләне.

– Мәғлүмәт еткереү иҫкәртеү сараларының нигеҙе булып тора. Әлегә ул етерлек күләмдә алып барылмай, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙ ҡала, район, ауыл урамдарында наркотиктарға ҡаршы пропагандалауҙы күрмәйбеҙ. Плакаттар, телевидениела социаль роликтар юҡ. Беҙ ошондай эшләү сараларын күҙ уңынан ысҡындырҙыҡ.

Республика Башлығы йәштәр араһында наркотик ҡулланыусыларҙы асыҡлау буйынса әүҙем эш алып барырға, йыл һайын диспансеризация һәм социаль-психологик тест уҙғарырға, наркотик матдәләргә бәйлелек тыуған кешеләрҙе реабилитациялау менән шөғөлләнеүсе йәмәғәт ойошмаларына булышлыҡ итергә ҡушты.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.