7 декабрь, Шаршамбы

19 март 2015 йыл, 19:02

Өфөгә Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский килде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһына Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский етәкселегендә делегация килде.

Ике көнлөк сәфәр барышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Силәбе өлкәһе Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.

Программала төбәк башлыҡтары осрашыуы, эшлекле даирә вәкилдәренең һөйләшеүҙәре ҡаралған. Ҡунаҡтар «Агрокомплекс» күргәҙмәһендә һәм республиканың башҡа әһәмиәтле урындарында буласаҡ.

Сәфәр барышында төбәк башҡарма власть органдары менән берлектәге сараларҙың өс йылға иҫәпләнгән планы раҫланасаҡ. Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе муниципаль берәмектәре башлыҡтары сиктәш биләмәләр үҫеше мәсьәләләрен тикшерәсәк. Эшҡыуарлыҡ вәкилдәре эшлекле бәйләнештәр биржаһында осрашасаҡ.

Сәфәрҙең мәҙәни өлөшөн Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе ижади коллективтарының концерты тәшкил итәсәк. Унда «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре һәм «Урал» дәүләт бейеү ансамблдәре сығыш яһаясаҡ. Концерт «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.  

Тулыраҡ  — «Башинформ» агентлығының киләһе хәбәрҙәрендә.