10 декабрь, Шәмбе

19 март 2015 йыл, 18:30

Рөстәм Хәмитов: «Мин бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтағы хәлде яҡшыртасаҡ барлыҡ тәҡдимдәрҙе лә ҡараясаҡмын»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 19 мартта республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе. Унда эшҡыуарҙар, дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары һәм кредит учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыу барышында бәләкәй һәм урта ойошмаларҙың эш һөҙөмтәлелеген арттырыу, шулай уҡ власть һәм бизнестың үҙ-ара килешеп эш итеүе буйынса тәҡдимдәр тикшерелде. Осрашыу февралдә уҙған эшҡыуарлыҡ берләшмәләре менән аралашыуҙың дауамы булды.

— 2015 йылдың ике айында сәнәғәт етештереүе күләменең артыуы билдәләнде. Был үткән йылдың ғинуар-февраленә ҡарата 3,6-3,7 процентҡа күберәк. Март айында ла хәүефләнергә сәбәп юҡ. Шул уҡ ваҡытта предприятиеларҙың финанс күрһәткестәре кәмей. Был республика бюджетына ингән һалым килемдәрендә сағыла: 2014 йылдың ғинуар-февраленә ҡарата һалым буйынса минус 10 процент, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бындай хәлдә беҙ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа өмөт бағлайбыҙ.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, бәләкәй урта эшҡыуарлыҡҡа һалым йөкләмәһен кәметеү, яңынан булдырылған бәләкәй һәм урта предприятиелар өсөн льготалар биреү республика бюджетынан 3-4 миллиард һум аҡсаның юғалыуына килтереүе ихтимал.

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов төбәк Башлығының февраль айында эшҡыуарҙар менән осрашыуы йомғаҡтары буйынса йөкләмәләрҙең үтәлеше хаҡында һөйләне һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн хәл итеү талап иткән мәсьәләләрҙе билдәләне. Улар араһында — һалым йөкләмәһен кәметеү буйынса саралар күреү, юғары процент ставкалары шарттарында финанс ресурстары менән тәьмин итеү, дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙарҙа ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса ентекле мәғлүмәт биреү. Дәүләт комитеты рәйесе фекеренсә, бизнесты алып барыу шарттарына ҙур йоғонто яһаған күрһәткестәрҙе күҙәтеү өсөн мониторинг үҙәген һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын әҙерләү буйынса штаб ойошторорға кәрәк.

— Мин бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ хәлен яҡшыртасаҡ барлыҡ тәҡдимдәрҙе лә ҡарайым, — Рөстәм Хәмитов был идеяны күтәреп алды. — Тик штаб ултырыштары уҙғарып, эш тураһында онотоп ҡуймайыҡ. Штабтар, үҙәктәр — былар барыһы ла яҡшы, әлбиттә. Әммә иң мөһиме — эш. Беҙҙә тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә мең кеше эшләгән 40 мең бәләкәй, урта предприятиелар бар. Улар власть ҡабул иткән ҡарарҙарға өмөтләнмәй ҙә тиерлек. Кешеләргә бары тик тыныс, һәүетемсә эшләү өсөн мөмкинлек бирергә кәрәк.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына һалым йөкләмәһен кәметеү буйынса саралар хаҡында һөйләне. Республиканың тупланма бюджетынан төшөп ҡаласаҡ килем суммаһы 50 миллион һум тәшкил итәсәк.

Республиканың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыу һөҙөмтәлелеген арттырыу, Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин республикала булдырылған Субконтрактация һәм аутсорсинг үҙәге тураһында һөйләне. Үҙәк апрель баштарында эшләй башлаясаҡ.