4 декабрь, Йәкшәмбе

19 март 2015 йыл, 17:25

Инвесторҙарға Башҡортостандың ике ҙур юл проектына ҡушылырға тәҡдим ителде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостандың ике транспорт проекты республика Хөкүмәте вәкилдәренең Мәскәүҙә Проектлы финанслауҙың федераль үҙәге генераль директоры Александр Баженов һәм Рәсәй, шулай уҡ Төркиә, Ҡытай һәм Италия инвесторҙары менән осрашыуында төп тема булды. Бер проект Өфөнән сығыуҙың яңы юлын, икенсеһе Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск автомобиль юлын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былар Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылырға планлаштырылған тәүге дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттары.

Башҡортостан Хөкүмәтенән вице-премьер Евгений Маврин һәм Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров ҡатнашты. Осрашыуҙа потенциаль инвесторҙар — 15 инвестиция-төҙөлөш компаниялары һәм финанс институттары булды.  

«Көнсығыш сығыу юлы» проекты Салауат Юлаев проспектынан Өфө йылғаһы ярына тиклем ер аҫты туннелен, Өфө йылғаһы аша күпер һәм 14 километр оҙонлоҡтағы автомобиль юлын төҙөүҙе тамамлауҙы күҙ уңында тота. «Көнсығыш сығыу юлы» Өфөнән транзит транспортын сығарыуҙы тәьмин итәсәк. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, «Көнсығыш сығыу юлы»н төҙөүҙең яҡынса хаҡы — 25,3 миллиард һум. Төҙөлөш эштәре дүрт йыл тирәһе барасаҡ.

200 километр оҙонлоҡтағы Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск автоюлы Силәбе өлкәһе менән тоташтырасаҡ. Проект Стәрлетамаҡ — Ҡағы участкаһында төҙөкләндереүҙе һәм Ҡағы — Хәмит — Магнитогорск участкаһындағы төҙөлөштө үҙ эсенә ала. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сығымдар 11 миллиард һум менән баһалана. Төҙөлөш алты йыл самаһы дауам итәсәк.

Республика Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, Башҡортостанда өҫтөнлөклө инвестиция проекттары туҡтатылмаясаҡ. Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа проектлы финанслау принциптарына нигеҙләнеп эш итеү әүҙемләшә. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын файҙаланыу бюджет сығымдарын арттырмайынса бер нисә ҙур проектты бер үк ваҡытта тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.