7 декабрь, Шаршамбы

19 март 2015 йыл, 16:16

Мәскәүҙә башҡорт рәссамы Раушания Бәҙретдинованың шәхси күргәҙмәһе асылды

фото: Әнүәр Ғәлиев

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Мәскәүҙең Милләттәр йортонда билдәле башҡорт рәссамы Раушания Бәҙретдинованың «Ағиҙел буйындағы ҡала» шәхси күргәҙмәһе асылды. Унда ауыр сирле балаларға ярҙам йөҙөнән хәйриә акцияһы ойошторолдо — 400 мең һумдан ашыу суммалыҡ картиналар һатылды. Авторҙың теләге буйынса картиналарҙы һатыуҙан килгән аҡсалар «Мәрхәмәт» (Өфө) һәм «Ғүмер бүләк ит» (Мәскәү) хәйриә фондтарына күсерелде.

Раушания Бәҙретдинова — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Рәссамдар союзы һәм Дизайнерҙар союзы ағзаһы, ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара һынлы сәнғәт ассоциацияһы ағзаһы. Уның эштәре Рәсәй, Украина, Намибия, Канада, АҠШ, Австрия, Германия, Нидерландтар, Төркиә илдәрендәге картина галереяларында, шул иҫәптән  Мирей Матье, Филипп Киркоров, Кристина Орбакайте, Юрий Шевчук, Владимир Кузьмин һәм башҡа «йондоҙҙар»ҙың шәхси коллекцияларында һаҡлана.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында сәнғәт эшмәкәрҙәре, власть органдары вәкилдәре, депутаттар, студенттар, Мәскәүҙәге яҡташлыҡ ойошмалары ағзалары һәм сәнғәт һөйөүселәр ҡатнашты.

Раушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһе Башҡортостанда тыуып үҫкән, хәҙер иһә Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарҙың осрашыуына әүерелде. Кисәгә килгән ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор ансамбле ағзалары ҡаршы алды. Сарала ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артистары — танылған ҡурайсылар Роберт Юлдашев менән Илшат Ишморатов, Мәскәүҙәге «Алтын Ай» ансамбленең йәш башҡарыусылары саҡырылғайны.

Күргәҙмәнең төп ойоштороусыһы булып Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сығыш яһаны.

Рәссамдың Мәскәү Милләттәр йортонда асылған күргәҙмәһе 14 апрелгә тиклем эшләй.