Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Ғинуар-февралдә Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе 3,7 процентҡа артҡан, Рәсәй буйынса 0,4 процентҡа кәмегән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә сәнәғәт етештереүе күләме 2014 йылдың ғинуар-февраль айҙарына ҡарата 3,7 процентҡа артҡан. Рәсәй буйынса 0,4 процентҡа кәмегән.

Ике ай эсендә республика предприятиелары һәм ойошмалары 280,2 миллиард һумлыҡ үҙе етештергән тауар тейәгән, үҙ көстәре менән эштәр башҡарған һәм хеҙмәттәр күрһәткән. Был 2014 йылдың ғинуар-февраль күрһәткестәренән 4,9 процентҡа күберәк. Дөйөм күләмдең 70 проценты самаһы сәнәғәт секторы предприятиеларына тура килә.

Ошо осорҙа Башҡортостанда яғыулыҡ-энергетика файҙалы ҡаҙылмаларын сығарыу 2014 йылдың ғинуар-февраленә ҡарата 5,3 процентҡа, целлюлоза-ҡағыҙ етештереү, нәшриәт һәм полиграфия эшмәкәрлеге — 0,6 процентҡа, химия сәнәғәте — 9,4 процентҡа, резина һәм пластмасса әйберҙәр етештереү 17,7 процентҡа артҡан. Металлургия предприятиелары үҫеше 13,4 процент тәшкил иткән. Машиналар һәм ҡорамалдар етештереү — 2,9 процентҡа, электр ҡорамалдары, электрон һәм оптик ҡорамалдар — 2,8 процентҡа, транспорт саралары һәм ҡорамалдар етештереү 2,2 тапҡырға  күбәйгән.

Башҡортостан сәнәғәт етештереүе үҫеше темптары буйынса Волга буйы федераль округында дүртенсе урынды биләй. Эре сәнәғәт төбәктәре араһында Һамар һәм Нижегород өлкәләре ғинуар-февраль айҙарында яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Татарстанда һәм Пермь крайында сәнәғәт етештереүе күләме 2014 йылдың ғинуар-февраленә ҡарата бер аҙ кәмегән — шуға ярашлы 0,7 һәм 2,9 процент.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть