Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Зыя Нуриев» тип аталған китап-альбомдың исем туйы уҙасаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Китап» нәшриәтендә күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәренең тормош юлына бағышланған «Зыя Нуриев» китап-альбомы донъя күрҙе. 23 мартта көндөҙгө сәғәт 3-тә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында китаптың исем туйы үтәсәк.

Баҫманың беренсе өлөшөндә Зыя Нуриевтың иҫтәлектәре һәм уйланыуҙары урын алған. Икенсеһендә замандаштарының, коллегаларының, журналистарҙың эшмәкәр тураһында мәҡәләләре, яҙмалары, хәтирәләре тупланған.

Китапта Зыя Нурый улының еңел булмаған хеҙмәт юлы сағылыш тапҡан. Ул тәүге партия ойошмаларында, КПСС-тың  Башҡортостан өлкә комитетында беренсе секретарь, артабан СССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләгән. Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған.  Илебеҙҙең һәм сит илдәрҙең бихисап ордендары һәм хөкүмәт наградалары менән бүләкләнгән, — тип аңлатма бирҙеләр нәшриәттә.

1000 дана тираж менән баҫылған китапты презентация ваҡытында һәм нәшриәттең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть