11 декабрь, Йәкшәмбе

19 март 2015 йыл, 13:19

Рөстәм Хәмитов: «Беҙгә республика һәм район мәнфәғәттәре өсөн эшләйәсәк йәштәр кәрәк»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 18 мартта Башҡортостан Башлығы йәштәр менән эшләүгә арналған Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын уҙғарҙы. Унда Рәсәйҙең Федераль Йыйылышы Федерация Советы, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре, муниципалитет һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре ҡатнашты.

– Республикабыҙ юғары булмаған уртаса йәштәге биләмәләр иҫәбенә инә. Беҙ – Волга буйы федераль округында иң йәше. Халыҡтың уртаса йәше – 38 тирәһе. Беҙҙән «өлкәнерәктәр» ҙә бар – 40-43 йәш. Бынан тыш, йәштәрҙең һаны миллионға яҡын – 970 мең кеше, –  тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә йәштәр менән нисек эшләргә, уларҙы ниндәй мәсьәләләр борсоуы хаҡында белергә кәрәк. Эште йәштәр файҙа алырлыҡ итеп ойоштороу зарур.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, йәштәргә депутат урындарын биләү мөмкинлеген бирергә, власть органдарын «йәшәртеү» менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк.

Хеҙмәт хаҡы, эш һәм торлаҡ – йәштәрҙе борсоған мөһим проблемалар ошо, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

– Бөгөнгө көндә йәш кешегә үҙ эшен асыу бик ауыр. Әгәр ата-әсәһе ярҙам итмәһә, ул фатир һатып ала алмай. Йәштәр кооперативтар булдырыу идеялары менән тупһа тапай һәм закон, норматив документтар юҡ тигән яуаптар ишетә. Беҙҙә баҙар хужалығы һәм ни өсөн йәштәргә өҫтөнлөктәр бирелергә тейеш, тиҙәр. Ә тағы ла кемгә өҫтөнлөк бирергә һуң? –  тине Башҡортостан Башлығы. – Совет заманында барыһы ла аңлашыла ине: бөтә баҫҡыстар буйлап үткәс, фатир алаһың, машинаға аҡсаны үҙең эшләп табаһың. Хәҙер социаль лифттар насар эшләй.

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта үҙ сығышында республикала йәштәр менән эшләүҙе ойоштороу, шул иҫәптән гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү, экстремизмды һәм асоциаль күренештәрҙе иҫкәртеү мәсьәләләренә туҡталды. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн балалар һәм йәштәр йәмәғәт берләшмәләрен үҫтереү, студенттарға булышлыҡ итеү, шулай уҡ интернет селтәрендә йәштәр ойошмаларын булдырыу кеүек эшмәкәрлек йүнәлештәренә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк.

Министр ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙың береһендә социаль селтәрҙәрҙә мөһим мәсьәләләрҙе күтәреү буйынса PR-үҙәк булдырырға тәҡдим итте.

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү, эш биреүселәр менән үҙ-ара килешеп эш итеү буйынса бер нисә тәҡдим индерҙе.

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова йәштәр менән эшләү өлкәһендә федераль закондар сығарыу башланғыстары хаҡында һөйләне, йәштәр инициативаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән коворкинг-үҙәктәрҙең, гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреүгә булышлыҡ итеүсе хәрби саҡырылышҡа тиклемге әҙерлек үҙәктәренең эш тәжрибәһен өйрәнергә тәҡдим итте.

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе кәңәшсеһе Юлия Исмәғилева республика власть органдарының йәштәр сәйәсәте мәсьәләләренә етди иғтибар биреүен билдәләне һәм ведомствоның яҡын араларҙа ғәмәлгә ашырыласаҡ башланғыстары тураһында һөйләне.

– Йәштәрҙең башланғыстары күп. Әммә уларға йүнәлеш бирергә тейешбеҙ. Беҙ шуның өсөн яуап бирәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов, кәңәшмәгә йомғаҡ яһап. – Тәртипһеҙлек насар һөҙөмтәләргә килтерәсәк. Шуға күрә йәштәргә ярҙам итәйек.

Рөстәм Хәмитов сығышының тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.