3 декабрь, Шәмбе

19 март 2015 йыл, 9:59

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы суицидтарҙы иҫкәртеү буйынса эшсе төркөм етәксеһе Борис Положий менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 18 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов медицина фәндәре докторы, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы суицидтарҙы иҫкәртеү буйынса эшсе төркөм етәксеһе Борис Положий менән осрашты. Яҡтар ошо йүнәлештәге эштәрҙе ойоштороу мәсьәләләрен һәм эшсе төркөм туплаған тәжрибәне төбәк кимәлендә файҙаланыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

– Һеҙ мөһим мәсьәлә менән шөғөлләнәһегеҙ. Һүҙ халыҡтың сәләмәтлеге хаҡында бара. Беҙ Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының психотерапия үҙәген астыҡ. Бөгөнгө көндә лә учреждение эшләй, тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙ артабан ошо йүнәлештәге эшкә булышлыҡ итәсәкбеҙ. Ҡалаларҙа, муниципалитеттарҙа үҙәктең филиалдары асылыуын теләйбеҙ.

Борис Положий Республика клиник психотерапия үҙәге эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

– Мин Рәсәй буйынса күп йөрөйөм, коллегаларым менән аралашам. Психотерапия үҙәге формаһында барлыҡҡа килгән структура Рәсәйҙәге иң яҡшы структура тип әйтә алам. Кешеләрҙең психик сәләмәтлеген һаҡлау, нығытыу өсөн булдырылған модель булараҡ ул бик ҡыҙыҡлы. Ул Рәсәй өсөн бик ҡулай, – тип билдәләне профессор.

Уның фекеренсә, суицидтарҙы иҫкәртеүҙә медиктар күберәк идеолог булараҡ сығыш яһай, сөнки был мәсьәләлә йәмғиәттәге хәл төп ролде уйнай. Шуға бәйле махсуслашҡан ярҙам структураһын булдырыу зарур.

– Властарҙың Башҡортостандағы суицидтарға бәйле хәлгә борсолоу белдереүе мәсьәләнең хәл ителәсәгенә өмөт бирә, –  тине Борис Положий журналистар менән аралашҡанда.  – Суцидтарҙы иҫкәртеү – медицина сараһы ғына түгел, шулай уҡ власть, дәүләт, йәмәғәт структураларының, педагогтарҙың, киң мәғлүмәт сараларының бурысы булып тора. Матбуғат сараларында ошо йүнәлештә халыҡҡа дөрөҫ, файҙалы мәғлүмәт еткерергә кәрәк. Шундай үҙәк булғанда, был хәл яйға һалынасаҡ.