9 декабрь, Йома

18 март 2015 йыл, 17:49

Педагог Рәсимә Ураҡсина Өфө уҡыусылары менән тасуири уҡыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

фото: Милли китапхананың матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлегендә филология фәндәре кандидаты, шағирә, билдәле педагог Рәсимә Ураҡсина «Балаларҙың ижади һәләттәрен асыҡлау» темаһына дәрес үткәрҙе. Дәрескә Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 6 класс уҡыусылары килде.

Рәсимә Ураҡсина шиғырҙарҙы ижад итеү нескәлектәре хаҡында бәйән итте, шиғри әҫәрҙәрҙе уҡығанда дөрөҫ тын алыу күнекмәләрен күрһәтте. Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры миҫалында фразаларға, ым-ишараға, айырым һүҙҙәрҙең яңғырашына баҫым яһаны. Алынған күнекмәләрҙе файҙаланып, балалар рәхәтләнеп шиғыр уҡыны.

— Йыл һайын бүлек хеҙмәткәрҙәре китап уҡыусылар менән төрлө саралар ойоштора. Әҙәбиәт йылында яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыуҙарҙан тыш, ижади лабораториялар, китаптарҙың исем туйҙары үткәрелә башланы. Үҙ эшенең оҫтаһы, ысын мәғәнәһендә уҡытыусы Рәсимә Ураҡсина ғәҙәти булмаған осрашыу уҙғарып, балалар йөрәгендә ут һәм күҙҙәрендә осҡон ҡабыҙа алды, — тип хәбәр итте бүлек мөдире Айгөл Буранғолова.

«Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Айнар Байбулатов уҡыусыларға ныҡлы белем алыуҙарын теләне һәм уларға «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдарының һуңғы һандарын бүләк итте. Баҫмаға үҙҙәренең ижад емештәрен ебәреүҙәрен һораны. Айнар Байбулатов иң яҡшы шиғыр уҡыған һәм үҙҙәре яҙған шиғырҙарын һөйләгән өсөн балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.