3 декабрь, Шәмбе

18 март 2015 йыл, 18:28

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыуҙың һигеҙ йыллыҡ дәүләт программаһы 22 процентҡа кәметелде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2013-2020 йылдарға «Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығын яңыртыу һәм үҙгәртеп ҡороу» дәүләт программаһын финанслауҙың дөйөм күләме 22,2 процентҡа — 32 миллиард 649,5 миллион һумға тиклем кәметелде. Программаның үҙгәртелгән параметрҙары республика Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында урынлаштырылған.

Программа эшләгән осорҙа республика бюджеты сығымдары бынан алдараҡ күрһәтелгән 11,89 миллиард урынына 6,58 миллиард һумға тиклем кәметелә. Урындағы ҡаҙнаның торлаҡ-коммуналь хужалығына сығымдары планлаштырылған 25,81 миллиард урынына 8,75 миллиард һумға тиклем төшә. Бюджеттан тыш сығанаҡтар 42,67 миллиардтан 1,73 миллиард һумғаса кәмене. Ошо сығанаҡтарҙан тыш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фондынан (0,5 миллиард һум) һәм федераль бюджеттан (14,3 миллион) аҡса йәлеп ителә.