11 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2015 йыл, 16:07

Билдәле йырсы Радик Динәхмәтов шиғырҙар йыйынтығын баҫмаға әҙерләне

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әҙәбиәт йылы уңайынан билдәле музыкант һәм эстрада йырсыһы Радик Динәхмәтов «Кеше…» тип аталған китапты баҫмаға әҙерләне. Уның исем туйы апрель баштарында уҙасаҡ.

Китапта башҡорт һәм татар шағирҙарының кешене ҙурлаған, эш һөйөүсәнлекте, кешелеклекте, илһөйәрлек тойғоларын, Тыуған илгә тоғролоҡто данлаған 30-ға яҡын шиғырҙары тупланған. Йыйынтыҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай редакцияһы аҫтында баҫмаға әҙерләнгән. Хеҙмәттең ғилми консультанты — М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның ғилми-тикшеренеү лабораторияһы мөдире Ганс Хәкимов.

Йырсы шиғырҙарҙы үҙенең концерттарында уҡырға ниәтләй. Йыйынтыҡҡа электрон ҡушымта ла индерелгән. Дөйөм белем биреү ойошмалары уҡытыусылары китапты дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа ла ҡуллана ала.

— Башҡортостан һәм Татарстан әҙәбиәтендә сағыу эҙ ҡалдырған шағирҙарҙың китапта урын алған әҫәрҙәре йәш быуынға рухи васыятнамә булып тора. Йыйынтыҡ заманса шарттарҙа Тыуған илгә файҙа килтерергә һәләтле мәҙәниәтле йәштәрҙе тәрбиәләүгә йүнәлтелгән, — тине Радик Динәхмәтов.

темалар: китап сығарыу