Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Йыл башынан Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар 1,3 процентҡа артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Йыл башынан Өфөлә икенсел торлаҡтың уртаса хаҡы 1,3 процентҡа артҡан һәм 68,3 мең һум тәшкил иткән, тип иҫәпләп сығарған «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығы аналитиктары. Һайлап алынған исемлеккә элиталы фатирҙар индерелмәгән.

Өфөлә бер бүлмәле фатирҙарҙың квадрат метры уртаса 73,1 мең һумға, ике бүлмәлеләр — 66,7 мең, өс бүлмәлеләр — 65,1 мең, күп бүлмәлеләр 61,7 мең һумға тәҡдим ителә.

Өфөлә иң ҡиммәт «икенсел» фатирҙар ҡала үҙәгендә урынлашҡан (бер квадрат метры — 77,4 мең һум). Артабан — Йәшел сауҡалыҡ (74,9), Октябрь проспекты (72,2), Сипайлово (71,5), Дим (62), Черниковка (60,3), Инорс (59,8), Затон (54,9) һәм Шаҡша (50,5).

«Эксперт» аналитиктары билдәләүенсә, ҡала үҙәгендә тәҡдим ителгән торлаҡтың ғәмәлдәге уртаса хаҡы статистика һандарынан ҡырҡа айырыла. Был элиталы торлаҡтың исемлеккә индерелмәүенә бәйле. Ҡала буйынса элиталы фатирҙарҙың бер квадрат метрының  уртаса хаҡы 90 мең һумдан ашыу тәшкил итә.

— Йылына 13 процент менән бирелгән ипотека программалары беренсел баҙарға ғына ҡағыла, шуға күрә икенсел торлаҡта тенденция һаҡланасаҡ. Ихтыяж ҙур түгел, хаҡтар әле үк төшә башлауы ихтимал, әммә милекселәр психологик яҡтан быға әҙер түгел. Яңы төҙөлгән йортто ипотекаға алыу өсөн икенсел фатирҙы һатырға кәрәк, әлегә уны һатыу ҡатмарлыраҡ, — ти «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығының генераль директоры Елена Андреева.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть