7 декабрь, Шаршамбы

18 март 2015 йыл, 13:59

Рәсәй Президентының ышаныслы кешеһе Надежда Крылова — Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк бүлексәһе штабы рәйестәше

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе, адвокат Надежда Крылова Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең өсөнсө рәйестәше итеп тәғәйенләнде. Бындай ҡарар бөгөн Өфөлә барған Штаб конференцияһында ҡабул ителде. Эльвира Айытҡолова менән Азат Фазлыев та штаб рәйестәштәре булып тора.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың декабрендә төбәк штабы рәйестәше Максим Михайлов Башҡортостан  Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Надежда Крылова 1979 йылда — Салауат педагогия училищеһын, 1987 йылда Башҡорт дәүләт университетын «хоҡуҡ белеме» белгеслеге буйынса тамамлаған. Стәрлетамаҡта башланғыс кластар уҡытыусыһы, һуңынан юрист һәм адвокат булып эшләгән. 1999 йылдан алып 2009 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһының икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаты. 2009 йылдан Стәрлетамаҡта үҙенең Адвокат кабинетын етәкләгән. 2013 йылдан — Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһының Октябрьский махсус филиалы адвокаты.

Надежда Крылова Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы ағзаһы һәм Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы президиумы ағзаһы булып тора.