Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика Милли музейының әҙәби ҡунаҡханаһы күренекле яҙыусылар менән осрашыуға саҡыра

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың Милли музейында «Әҙәби ҡунаҡхана» үҙ эшен дауам итә. Бөгөн, 18 мартта, унда Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы Рауил Бикбаев менән «Тамаша» журналының баш мөхәррире, драматург Сөләймән Латипов ҡунаҡта буласаҡ.

Әҙәбиәт йылына арналған проектта билдәле әҙиптәр һәм шағирҙар ҡатнаша. Осрашыуҙар әҙәби ҡунаҡханала ай һайын уҙғарыла. Проекттың төп маҡсаты — яҙыусылар менән йәнле аралашыу өсөн майҙансыҡ ойоштороу.

Әҙәби ҡунаҡханаға килеүселәр Милли музейҙың 35 залын ҡарап сыға ала. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар (347) 272-32-54 телефоны буйынса ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть