4 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2015 йыл, 12:27

2015 йылда төбәк бюджеты дефицитын ҡаплауға 8 миллиард һум йәлеп итеү планлаштырыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2015 йылда Башҡортостан бюджет дефицитын ҡаплауға 8 миллиард һум самаһы йәлеп итеүе ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан Финанс министрлығы коллегияһы ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Быйыл беҙ бюджет дефицитын ҡаплауға өҫтәмә 8 миллиард һум йәлеп итергә планлаштырҙыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республикабыҙ Хөкүмәте бурысҡа алыу мәсьәләһен һәр саҡ уйлап хәл итте. Бөгөнгө көндә бурысыбыҙ 24-25 миллиард һум кимәлендә. Иҫәпләүе еңел: 100 миллиард  — республикабыҙ бюджеты, тимәк, бюджет күләменән 24-25 процент.

Башҡортостандың Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, март баштарына республиканың дәүләт бурысы 24 миллиард 669,2 миллион һум, шул иҫәптән дәүләттең ҡиммәтле ҡағыҙҙары — 13,1 миллиард һум, бюджет кредиттары — 6,7 миллиард һум, банк кредиттары — 4,4 миллиард һум, дәүләт гарантиялары 0,5 миллиард һум тәшкил иткән.