8 декабрь, Кесе йома

18 март 2015 йыл, 11:35

Өфөлә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк бүлексәһенең конференцияһы асылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә «Халыҡ фронты — Рәсәй өсөн» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте төбәк бүлексәһенең конференцияһы эшләй башланы.

Форум эшендә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының йөҙгә яҡын делегаттары, республика власы органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм эксперттар берләшмәһе ҡатнаша. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы башҡарма комитетынан Артем Балыхин тәҡдим ителгән.

Форумды асып, төбәк штабы рәйестәше Эльвира Айытҡолова конференцияның Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына бер йыл тулған көндө үтеүен билдәләне. Ҡатнашыусылар 18 мартта баш ҡалала ойоштороласаҡ концерт-митингка барырға ниәтләй.

Конференцияла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «май» указдары үтәлеше мәсьәләләре, дәүләт башлығының икенсе «Ғәмәлдәр форумы» йомғаҡтары һәм Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе буйынса бурыстары, төбәк штабының 2015 йылға эш пландары тикшерелә.