2 декабрь, Йома

17 март 2015 йыл, 17:58

«Башҡортостан» ДТРК-һы «...Әйтер һүҙем бар!» ижади проектын иғлан итте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» ДТРК-һы Әҙәбиәт йылына бағышланған «...Әйтер һүҙем бар!» яңы ижади проектын эфирға әҙерләй. Бер нисә көндән башҡорт телендәге сығарылыштарҙы «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалы эфирында күрергә мөмкин буласаҡ.

Республиканың күренекле шәхестәре — яҙыусылар һәм шағирҙар, сәйәсмәндәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, табиптар һәм уҡытыусылар, ғалимдар һәм артистар микрофон алдында үҙҙәренең яратҡан шиғырҙарын уҡыясаҡ.

— Хәҙер эргә-тирәлә кире күренештәр, телеэкранда реклама бик күп. Шуға күрә әлеге проектты ойоштороу идеяһы килеп тыуҙы. Ҡатнашыусылар шиғырҙарҙы үҙҙәре һайлай, — тип һөйләне проекттың идея авторы һәм художество етәксеһе Наилә Сәфәрғолова.

Әлеге көндә 12 ҡатнашыусының сығыштары яҙҙырылған да инде. Улар араһында Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, композитор Рим Хәсәнов, Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев, шағирҙар Ҡәҙим Аралбай, Тамара Ғәниева, актер Александр Кузьменко, алып барыусылар Земфира Байбулдина, Фирҙәт Ғәлиев, актрисалар Земфира Хөсәйенова, Гөлбинә Сафуанова бар.

Йыл дауамында 100 ҡатнашыусыны төшөрөп, эфирға сығарыу планлаштырыла, ҡабатлауҙар йыл буйына күрһәтеләсәк. Проект шиғриәт кисәһе менән тамамланасаҡ.

Яңы шиғри проекттың «Бәйләнештә» һәм «Facebook» социаль селтәрҙәрендә төркөмдәре лә бар.