5 декабрь, Дүшәмбе

17 март 2015 йыл, 17:15

Ғинуарҙа республика халҡының тәбиғи кәмеүе 316 кеше тәшкил иткән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Ғинуар айында Башҡортостанда 4493 бала тыуған, был 2014 йылдың ғинуарына ҡарата 9,7 процентҡа кәмерәк. 4809 кеше вафат булған — 0,3 процентҡа күберәк. Шулай итеп, 2015 йылдың ғинуарында халыҡтың тәбиғи кәмеүе 316 кеше тәшкил иткән, тип хәбәр итте Башҡортостанстат.

Волга буйы федераль округында — Татарстанда (251 кеше), Рәсәй буйынса 22 субъектта халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелгән.  

Башҡортостанда йышыраҡ ҡан әйләнеше сирҙәре үлемгә сәбәпсе булып тора — бөтә осраҡтарҙың 41,3 проценты. Статистиктар билдәләүенсә, шештәр (9,9), бәхетһеҙ осраҡтар, ағыуланыуҙар һәм имгәнеүҙәр (8,6), тын юлдары (6) һәм аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары (5,6) ла күпселекте тәшкил итә.