7 декабрь, Шаршамбы

17 март 2015 йыл, 16:42

Башҡортостанда 50 ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн, 17 мартта, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙы.

Өфөгә республиканың төрлө мөйөштәренән 50 ҡатын-ҡыҙ килде. Улар араһында хужабикәләр, медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, ауыл эшсәндәре, эшҡыуарҙар бар. Әммә һәммәһен дә балаларға һөйөү берләштерә.

— Һеҙ ысын мәғәнәһендә Герой-әсәләр, сөнки беҙҙең төп байлығыбыҙ — балалар, — тине Салауат Сәғитов. — 2014 йылда республикала 60 517 сабый донъяға килде. Был 1991 йылдан алып иң юғары күрһәткес. 2013 йылда 59 меңдән ашыу бала тыуған.

Республика властары ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ ҙур иғтибар үҙәгендә булыуын эш менән иҫбатлай, тип билдәләне вице-премьер. Уларҙың льготалар, пособиелар, өҫтәмә түләүҙәр алыуға хоҡуҡтары республика закондары менән нығытылған. Башҡортостанда балалы ғаиләләргә социаль ярҙам сараларының 30-ға яҡын төрө күрһәтелә. Йыл һайын ошо маҡсаттарға федераль һәм республика бюджеттарынан 8 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж биш һәм унан күберәк балалары булған ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары бирелә.

— 200-ҙән ашыу күп балалы ғаилә ошо хоҡуҡ менән файҙаланды, шул иҫәптән 2014 йылда 40 ғаилә 130 миллион һумлыҡ сертификаттар алды. Торлаҡ сертификаты буйынса социаль түләүҙәрҙең уртаса күләме бер ғаиләгә 3 миллион һумдан ашыу тәшкил итте, — тине Салауат Сәғитов. — Һеҙгә ғүмерегеҙ буйына әсәлек бәхете оҙата барыуын теләйем.

«Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылды, шул ваҡыттан алып ул 6704 ҡатын-ҡыҙға тапшырылды. Былтыр 447 әсә ошо наградаға лайыҡ булды.