4 декабрь, Йәкшәмбе

17 март 2015 йыл, 15:53

Өфөлә мәшһүр бейеүсе һәм хореограф Рудольф Нуриевтың тыуған көнөн билдәләйҙәр

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 17 мартта бөтә донъя Рудольф Нуриевтың тыуған көнөн билдәләй. Бөгөн ХХ  быуаттың мәшһүр бейеүсеһе һәм хореографына 77 йәш тулған булыр ине. Уның сағыу ижады һәм үҙенсәлекле биографияһы күп фильмдарҙың, спектаклдәрҙең, китаптарҙың һәм ғилми тикшеренеүҙәрҙең нигеҙенә һалынды.

Бөгөн Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында иҫтәлекле саралар үтте. Осрашыуға балет артисы һәм хореограф Хашим Мостаев һәм журналист Нина Жиленко саҡырылғайны. Балалар һәм уҡытыусылар уларҙың хәтирәләрен тыңланы. Улар өсөн Рудольф Нуриевҡа арналған викторина ла ойошторолдо.

— Беҙ йыл һайын ошондай саралар үткәрәбеҙ. Бөгөнгө осрашыу уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Хәҙер балалар легендар шәхес хаҡында күберәк белә, — тип хәбәр итте колледж директоры Олия Вилданова.

Иҫтәлекле дата айҡанлы бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында «Руди — Never off» спектакле сәхнәгә ҡуйыла. Спектаклдең режиссеры — Айрат Абушахманов. Төп ролде Урал Әминев башҡара.

Башҡорт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев исемендәге XХ  Халыҡ-ара балет сәнғәте фестиваленә әҙерлек эштәре бара. Фестиваль 22 мартта Валерий Гаврилин музыкаһына ижад ителгән «Анюта» балеты менән асыла. Башҡорт театрында музей экспозицияһы эшләй, унда Рудольф Нуриевҡа бәйле һирәк осраған артефакттарҙы һәм фотоматериалдарҙы күрергә мөмкин.