6 декабрь, Шишәмбе

17 март 2015 йыл, 14:48

«Рәсәй вертолеттары» холдингы КүмАПП-һын һауыҡтырыуҙың сираттағы этабы программаһын әҙерләй башланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «Рәсәй вертолеттары» холдингы «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы» (КүмАПП) асыҡ акционерҙар йәмғиәтен финанс һауыҡтырыу программаһын әҙерләй башланы. «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә предприятиеға финанс-иҡтисади һәм производство блоктары белгестәре, персонал менән идара итеү һәм һатып алыуҙарҙы ойоштороу буйынса дирекция составында холдингтың эшсе төркөмө килде. Уның бурысы — хеҙмәткәрҙәр менән бергә агрегат производствоһын үҫтереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, складтағы запастарҙы кәметеү буйынса саралар программаһын төҙөү.

КүмАПП-ның проблемалары республика, ҡала властары вәкилдәре һәм профсоюз менән берлектә хәл ителәсәк. Атап әйткәндә, республика кимәлендә предприятие эшмәкәрлегенең иң мөһим йүнәлештәрен финанслау буйынса төбәк властары менән үҙ-ара килешеп эш итеү механизмдары өйрәнеләсәк, — тип аңлатма бирҙе агентлыҡ әңгәмәсеһе.

Идара итеүсе ойошманың һәм заводтың берлектәге комиссияһы предприятиены ремонт эштәре килешеүҙәре менән тәьмин итеү мөмкинлеген өйрәнәсәк. Бының өсөн «Рәсәй вертолеттары» һәм КүмАПП белгестәре вертолет техникаһын ремонтлау һәм яңыртыу өсөн заводтың етештереү һәм технологик мөмкинлектәрен баһалаясаҡ.

Бынан тыш, хәҙерге көндә КүмАПП-һы һатып алыуҙарының өҫтөнлөклө категорияларын оптималләштереү программаһы ғәмәлгә ашырыла. Был иһә аҡсаны экономияларға һәм ҡайһы бер дәүләттәрҙең Рәсәйгә ҡаршы санкциялары тәьҫирен кәметергә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне агентлыҡ әңгәмәсеһе.

Бынан алдараҡ «Рәсәй вертолеттары» холдингы КүмАПП-ғы хәлде тотороҡландырыу буйынса күрелгән саралар тураһында хәбәр иткәйне. Башҡарылған эш һөҙөмтәһендә 2015 йылда завод заказдар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Предприятиела эш хаҡы буйынса бурыстар юҡ, әгәр ҙә КүмАПП бөтә килешеү йөкләмәләрен үтәһә, уның табышы икеләтә артасаҡ һәм 10 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. Бөгөнгө көндә заводтың төп бурысы — быйылғы планды үтәү, шулай уҡ 2014 йылғы йөкләмәләр буйынса эште тамамлау.