9 декабрь, Йома

17 март 2015 йыл, 13:05

Башҡортостан фермерҙарға ярҙамға 108 миллион һум аласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Фермерлыҡты үҫтереү өсөн 2015 йылда Башҡортостанға федераль бюджеттан 108 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Рәсәй Хөкүмәтенең тейешле бойороҡтары уның рәсми сайтында баҫылған.

Мәҫәлән, крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырыу һәм үҫтереү өсөн гранттарға һәм яңы эш башлаған фермерҙарға көнкүреш ҡорамалдары алыуға бер тапҡыр бирелә торған ярҙам өсөн 62,8 миллион һум ҡаралған. Тағы 45,1 миллион ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү өсөн гранттар тапшырыуға бүленә. Шәхси эшҡыуарҙарҙың ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙе үҙ милкенә күсереүгә киткән сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау өсөн 62 мең бирелергә тейеш.

Дөйөм алғанда, ил буйынса ошо маҡсаттарға 3 миллиард 375 миллион һум йүнәлтелә.