10 декабрь, Шәмбе

17 март 2015 йыл, 12:29

Республикала Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ойошторолған экспедиция тамамланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы ҡаргиҙәрҙәрҙә ойошторолған экспедиция тамамланды. Уҙышта ҡатнашыусылар 400 саҡрымдан ашыу юл үтте.

«Геройҙар иҫтәлегенә» экспедицияһын Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ойошторҙо. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаттары, ғалимдар, эшҡыуарҙар һәм журналистар Шишмә, Әлшәй, Стәрлебаш һәм Миәкә райондары буйлап ҡаргиҙәрҙәрҙә сәйәхәт итте. Улар үҙҙәре менән Еңеү байрағын да алғайны.

13 мартта Өфөлә экспедицияға старт бирелде. Сәйәхәт Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың тыуған төйәге —  Миәкә районының Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында тамамланды. Уҙыш сиктәрендә ҡатнашыусылар Шишмә районының Келәш ауылында Мостай Кәрим исемендәге урта мәктәп уҡыусылары менән осрашты, шулай уҡ Шафран шифаханаһы биләмәһендәге туғандар ҡәберлеген ҡараны. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында унда госпиталь булған. Бынан тыш, Стәрлебаш ауылында һәләк булған яугир яҡташтар һәйкәле янында йәштәр менән осрашыу ойошторолдо.

Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында экспедицияла ҡатнашыусылар һәләк булған ауылдаштар стелаһы янындағы Мәңгелек утҡа, Советтар Союзы Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә сәскәләр һалды, уның музейына барҙы. Һәр осрашыу «Еңеү көнө» йыры менән тамамланды.

Экспедиция барышында Дәүләт Йыйылышы депутаттары Келәш һәм Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылдарындағы мәктәп китапханаларына «Полк улы» һәм «Ысын кеше тураһында повесть» китаптарын бүләк итте.