9 декабрь, Йома

17 март 2015 йыл, 11:38

Өфөлә XXV халыҡ-ара «АгроКомплекс-2015» күргәҙмәһе асылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. Өфөлә XXV халыҡ-ара махсуслашҡан «АгроКомплекс-2015» күргәҙмәһе асылды. Уның ойоштороусылары — Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы.

Сирек быуат эшләү дәүерендә «АгроКомплекс» форумы агросәнәғәт комплексы техникаһы һәм ҡорамалдары, эшкәртеү сәнәғәте һәм туҡланыу продукттары экспозицияһы өсөн ҙур майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелде. Экспозиция «Ауыл хужалығы техникаһы», «Малсылыҡ», «Ветеринария», «Үҫемлекселек», «Туҡланыу продукттары», «Эшкәртеүсе ҡорамалдар» бүлектәренән тора. Күргәҙмә өс залда һәм «ВДНХ-Экспо» комплексының асыҡ майҙанында уҙасаҡ. Унда Рәсәйҙең 32 төбәгенән, Ҡаҙағстандан, Голландиянан, Польшанан, Германиянан, Ҡытайҙан 250-нән ашыу предприятие ҡатнаша.

Быйыл «АгроКомплекс» сиктәрендә бал йәрминкәһе һәм орлоҡтар һатыу күргәҙмәһе уҙа. Форумда «Йәнле ферма» эшләй, унда һарыҡтарҙы, ҡоштарҙы, ҡиммәт тиреле кейектәрҙе күрергә мөмкин. Урындағы етештереүселәрҙең туҡланыу продукттарын тәмләп ҡарау-һатыу ойоштороласаҡ.

Күргәҙмә бай йөкмәткеле программаһы менән айырылып тора. Түңәрәк өҫтәлдәр, ғилми конференциялар, семинарҙар — бөтәһе 30-ға яҡын сара ҡаралған, унда 260 спикер сығыш яһаясаҡ.