11 декабрь, Йәкшәмбе

17 март 2015 йыл, 10:37

«Башҡортостан» ДТРК-һы «Рәсәй— ваҡыт буйлап сәйәхәт» проекты сиктәрендә яңы акция башлай

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында «Ҙур һан» исеме аҫтында «Рәсәй— ваҡыт буйлап сәйәхәт» акцияһының сираттағы этабы башлана.

17 марттан 17 апрелгә тиклем бөтә мәғлүмәт тапшырыуҙарында («Хәбәрҙәр» программаһы, «Рәсәй 24» телеканалында, «Башҡортостан радиоһы»нда яңылыҡтар сығарылышы, «Башҡортостан» ДТРК-һы сайты) телевидение һәм радио үҫеше тарихынан ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, тәүге электрон мәғлүмәт сараларына нигеҙ һалған кешеләр хаҡында бәйән ителәсәк.

«Ҙур һан» проектында ҡатнашыу өсөн «Рәсәй 1» һәм «Рәсәй 24» каналдарындағы «Башҡортостан» ДТРК-һы тапшырыуҙары сығарылышын иғтибар менән ҡарап барырға һәм унда күрһәтелгән серле һандарҙы 5522 номерына ебәрергә кәрәк.

2015 йылдың 20 апрелендә еңеүсегә төп бүләк —  Daewoo Gentra автомобиле тапшырыласаҡ.

Акция хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән бында танышырға була.