9 декабрь, Йома

17 март 2015 йыл, 10:00

Үрге Тәтешлелә үткән Рәсәй беренселегендә Башҡортостан көрәшселәре миҙалдар яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Башҡортостандың Үрге Тәтешле ауылында 1995-1997 йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге уҙҙы.

Ярышҡа Төньяҡ Осетия — Алания, Ҡарасәй-Черкес, Чечен Республикаһы, Хакасия, Мордовия, Ҡабарҙы-Балҡар, Ингушетия, Башҡортостан, Татарстан, Липецк, Свердловск, Волгоград, Омск, Рязань, Силәбе, Тамбов, Мәскәү өлкәләре, Пермь һәм Ставрополь крайҙары, Мәскәү, Түбәнге Новгород ҡалалары, Ҡырым Республикаһы көрәшселәре килде.

Спортсылар ирекле стилдә көрәште. Егеттәр — һигеҙ, ҡыҙҙар алты ауырлыҡ категорияһында көс һынашты.

Башҡортостан батырҙары Руслан Зарифйәнов (62 килограмм) менән Рәсүл Бәширов (90) —  ике көмөш, Артур Шәрәфетдинов (62 килограмм) менән Артур Зөлҡәрнәев (75) шулай уҡ ике бронза миҙалдар яуланы.

Ҡыҙҙар араһында Юлдус Индерчиева — алтын, Лилиә Муллағәлиева — бронза (52 килограмм), Марина Кибиткова — бронза (58), Альбина Алиева — алтын, Нәзифә Миңлебаева бронза миҙалдар (76 килограмдан юғары) алды.

темалар: билбау көрәше