10 декабрь, Шәмбе

16 март 2015 йыл, 18:53

Рөстәм Хәмитов алкоголь продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы эш итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 16 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация кәңәшмәһе ултырышын уҙғарҙы. Ул алкоголь продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы эш итеү мәсьәләләренә арналды. Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә был мәсьәлә бик мөһим, һәм властарға хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә уға ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.

— Бер яҡтан, спиртлы эсемлектәр һатыу кәмене, был халыҡтың уны аҙ ҡуллана башлауы хаҡында һөйләй кеүек. Ысынында иһә, был улай түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙ эсмәйҙәр, — тине республика Башлығы. — Легаль алкоголь продукцияһын арзан суррогат ҡыҫырыҡлап сығара. Сифатһыҙ араҡы дауалап булмаҫлыҡ сирҙәргә, үлемгә килтерә, күп ғаиләләрҙең тормошон боҙа, киләсәк быуындарҙың һаулығын ҡаҡшата.

Эксперттар баһалауынса, ялған араҡы Рәсәй баҙарының өстән ике өлөшөн тиерлек тәшкил итә.

Башҡортостан Башлығы бөтә власть органдарына, хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү структураларына ошо мәсьәлә менән етди шөғөлләнергә — тармаҡта тәртип булдырырға, граждандарҙы ялған араҡынан яҡларға һәм бюджетҡа аҡса керемен яйға һалырға ваҡыт етте тип билдәләне.

— Ялған араҡы етештереүселәр үҙҙәрен бик иркен тоя, ә республиканан ситтә етештерелгән спиртлы эсемлекте килтереүселәр халыҡты эскелек һаҙлығына батыра. Ауыл ерендә ҡайҙа ялған араҡы һатылғанын белмәйҙәрме ни? Һәр ауылда тиерлек шундай нөктәләр бар. Барыһы ла белә, әммә өндәшмәйҙәр. Берәүҙәр ҡурҡа, икенселәр аҡса эшләй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

Сығыштың тулы стенограммаһы Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында баҫылған.