10 декабрь, Шәмбе

16 март 2015 йыл, 18:00

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы яңы эфир сигналына күсте

фото: "Башкортостан" ДТРК-һы, Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 14 марттан 15-нә ҡарай төндә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы яңы эфир сигналына күсте. Телерадиокомпания иҫкергән ҡорамалдарҙан һанлыға күсте. Был хаҡта «Башҡортостан» ДТРК-һы генераль директоры Азамат Сәлихов хәбәр итте.

— «Башҡортостан» ДТРК-һы Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы холдингының ун филиалының береһе әүерелде, — тип һөйләне Азамат Сәлихов. — Хәҙер ябай антенна ла асыҡ сигналды тотоп аласаҡ. Әлегә  тулыһынса һанлы күрһәтеүгә күстек тип әйтеп булмай, сөнки тапшырғыстар һанлы түгел.

Етәксенең һүҙҙәренсә, ДТРК-да сигналды яҡшыртыуҙың яңы системаһы ҡуйылған. Бөгөнгө көндә хеҙмәткәрҙәр белемдәрен камиллаштыра, апрелдә ошо ҡорамал да сафҡа индереләсәк. 20-21 апрелдә «Ҙур һан» акцияһы ойошторола, телевизор ҡараусыларға яңы ҡорамалды күрһәтәсәктәр һәм эфирҙа һынап ҡараясаҡтар.

«Рәсәй — ваҡыт буйлап сәйәхәт. «Ҙур һан» проекты» промоакцияһын уҙғарыу тәртибе менән Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк филиалы сайтында танышырға мөмкин.