3 декабрь, Шәмбе

16 март 2015 йыл, 17:22

Дәүләкән районы ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары тапшырҙылар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Дәүләкән районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалдарын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Район хакимиәте башлығы Закир Бикбулатов 12 ветеранға миҙал тапшырҙы. Еңеүселәрҙең данлы быуыны вәкилдәрен ҡотлап, ул уларҙың батырлығы, рух ныҡлығы һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы йәштәргә әхлаҡи йүнәлеш бирә, тип билдәләне. Шулай уҡ ул фронтовиктарға рәхмәт белдерҙе, наградалары менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләне.

Байрам программаһын художестволы үҙешмәкәрлек концерты дауам итте. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, бөтәһе 850 кешегә юбилей миҙалдары бирелергә тейеш.