Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда майҙандарҙың 20 процентына элиталы орлоҡтар сәселәсәк — Ауыл хужалығы министрлығы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/.

Башҡортостанда майҙандарҙың 20 процентына элиталы орлоҡ сәсеү планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Был орлоҡ фондын яңыртырға һәм уңдырышлылыҡ күрһәткестәрен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Бөгөнгө көндә яҙғы сәсеүгә 35 тонна элиталы орлоҡ һалынған. Ошо йүнәлештә эш дауам итә. Элиталы орлоҡтарҙың күбеһе Саҡмағош (7,01 мең тонна), Илеш (5,77), Ауырғазы (4,96) райондарында тупланған.

Башҡортостанда яҙғы сәсеүгә 296 мең тонна орлоҡ һалынған.

Страховкалау фондына 29 мең тонна орлоҡ һалынған, был пландың 64 проценты, күсмә фондҡа —  77 мең тонна ужым культуралары орлоғо, йәки пландың 70 проценты. Күп йыллыҡ үләндәр буйынса план 5 процентҡа арттырып үтәлгән — 2203 тонна орлоҡ һалынған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть