2 декабрь, Йома

16 март 2015 йыл, 16:14

Айнур Асҡаровтың яңы фильмы республика райондарында һәм күрше төбәктәрҙә күрһәтеләсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 19, 20 һәм 21 мартта баш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрында тамашасыларҙың һорауы буйынса «Әсә» фильмы башҡорт телендә күрһәтеләсәк. Режиссер Айнур Асҡаров төшөргән нәфис фильмдың премьераһы февралдә булды.

Продюсер Фәнил Ғәлимов хәбәр итеүенсә, фильмды республика райондарында киномобилдә күрһәтәсәктәр. Урындарҙа режиссер һәм ижади төркөм менән осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.

20 мартта фильмды Хәйбулла районының Бүребай, 21-дә — Аҡъяр ауылы, 22-дә — Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһы, 23 мартта Силәбе өлкәһенең Уфимка ҡасабаһы халҡы  ҡарай ала. 24 мартта киномобиль Йылайыр районының Юлдыбай ауылына, 25-дә — Йылайыр ауылына, 26-да — Күгәрсен районының Йомағужа ауылына, 27-дә — Мораҡҡа, 28 мартта Мәҡсүткә, 29 мартта Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылына килә.

Прокат маршрутында 50-гә яҡын ауыл иҫәпләнә. Әлеге көндә Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондарында күрһәтеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.

темалар: кино, премьера