8 декабрь, Кесе йома

16 март 2015 йыл, 15:30

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты экология һәм урманды һаҡлау проблемалары буйынса Йәмәғәт мониторингы үҙәген булдырҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы экология һәм урманды һаҡлау проблемалары буйынса Йәмәғәт мониторингы үҙәген булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Проекттың төп маҡсаты — Рәсәйҙә урманды вәхшиҙәрсә ҡырҡыуҙы туҡтатыу. Ошо өлкәлә иң күп боҙоуҙар теркәлгән төбәктәрҙә Халыҡ фронты йәмәғәт мониторингының айырым төркөмдәре ойоштороласаҡ. Бөгөнгө көндә Төньяҡ-Көнбайыш төбәк, атап әйткәндә, Карелия, Ленинград һәм Новгород өлкәләре, Алыҫ Көнсығыштың ҡайһы бер төбәктәре урман ҡырҡыу буйынса «лидерҙар» рәтендә.  

Тәүге төбәк төркөмдәре март аҙағында уҡ эшләй башлаясаҡ тип күҙаллана.

— Һис шикһеҙ, Халыҡ фронтының башланғысы кәрәкле һәм бик ваҡытлы,  — тип билдәләне М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу кафедраһы мөдире, биология фәндәре докторы, профессор Андрей Кулагин. — Рәсәйҙең һанап үтелгән субъекттарындағы проблемалар Башҡортостанға тулыһынса ҡағылмай, әлбиттә. Әммә урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеүҙе ойоштороуға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә белгестәрҙең, чиновниктарҙың һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең көсөн берләштерергә кәрәк.

Яңы Үҙәктә эксперттар майҙансығы эшләйәсәк, унда эксперттар берләшмәһе, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашлығында урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыу мәсьәләләре буйынса аныҡ ҡарарҙар тәҡдим ителәсәк.

— Урман тәбиғәт байлығы ғына түгел, иҡтисадтың перспективалы өлөшө лә. Күптәрҙе ошо ресурстан файҙа алыу ҡыҙыҡһындыра, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше Азат Фазлыев. — Республикабыҙҙа урманды законһыҙ ҡырҡыу һәм йәшерен әйләнеш мәсьәләләре киҫкен тора. Ошо йүнәлештә башҡараһы эштәр байтаҡ. Төбәк штабына ошо өлкәләге хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәрҙәр килеп тора. Беҙ башҡарма власть органдары менән берлектә тейешле саралар күрергә тырышабыҙ.

Рослесхоз һәм Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2010-2013 йылдарҙа Рәсәйҙә урманды законһыҙ ҡырҡыуҙың 87,8 мең осрағы асыҡланған, 44,2 миллиард һумлыҡ зыян килтерелгән.