6 декабрь, Шишәмбе

16 март 2015 йыл, 14:22

Татарстандың баш ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының гастролдәре уҙа

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 3 апрелдән 8-нә тиклем Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре уҙа.

Гастролдәр Мөхәмәтша Буранғоловтың «Шәүрәкәй» драмаһы менән башлана. Башҡорт театрының гастроль афишаһында Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр», Туфан Миңнуллиндың «Мин — ҡатын-ҡыҙ» спектаклдәре, Игорь Германдың «Ғәфү ит мине!», Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәхет хаҡы», Ярослава Пулиновичтың «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» мелодрамалары, Рәлиф Кинйәбаевтың «Әбейүшкә@тущка.ru» комедияһы бар. Кескәй тамашасылар өсөн актерҙар Шарль Перроның «Итекле бесәй» әкиәтен әҙерләгән. Гастролдәр Таңсулпан Ғарипованың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы менән тамамлана.

Театрҙың әҙәби бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә актерҙар Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы, Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әзһәр Шакировтың юбилей кисәһендә ҡатнашҡан. Гастролдәр алдынан Башҡорт драма театры вәкилдәре Татар театрында матбуғат конференцияһы ойошторҙо. Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов һәм актрисалар Сара Буранбаева менән Фирүзә Париж ике театр араһындағы ныҡлы бәйләнеш, Өфө коллективының Татарстандың баш ҡалаһындағы гастролдәре ваҡытында пландары һәм репертуары хаҡында һөйләне.

3 апрелдән 8-нә ҡәҙәр Башҡорт драма театрында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең гастролдәре башлана.