6 декабрь, Шишәмбе

16 март 2015 йыл, 10:33

Рөстәм Хәмитов мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн адаптив тау саңғыһы клубында булды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 14 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Аҡ Йорт» комплексы ҡарамағындағы мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн адаптив тау саңғыһы клубы эшмәкәрлеге менән танышты.

Клуб тау саңғыһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры Кристина Коваленко башланғысы буйынса булдырылған. Ул үҙе лә инвалид бала тәрбиәләй. Ике йыл дауамында ул мөмкинлектәре сикләнгән балаларға бушлай күнекмәләр үткәрә. Бынан алдараҡ балалар тейешенсә ҡулайлаштырылмаған тау саңғыһы үҙәгендә шөғөлләнгән.

2015 йылдың ғинуарында Кристина Коваленко республика етәксеһенә терәк-хәрәкәт ағзалары һәм менталь сирҙәр менән ауырыған балалар өсөн тау саңғыһы спорты буйынса адаптив күнекмәләр ойоштороу, шулай уҡ «Аҡ Йорт» комплексында бина бүлеүҙә ярҙам күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостан Башлығы республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына ошо мәсьәләне хәл итергә ҡушты. Һөҙөмтәлә клубҡа тау саңғыһы үҙәгендә кейенеп-сисенеү һәм спорт ҡоролмаларын һаҡлау өсөн бүлмә бирелде.

Рөстәм Хәмитов клуб тәрбиәләнеүселәре менән бергә саңғыла шыуҙы, уларҙың ата-әсәләре һәм тренер менән аралашты, мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа республикала хәйриә эшмәкәрлеге икенсе кимәлгә сыҡты.

– Хәйриә ойошмаларында әүҙем эшләгән әсәләр бар, улар балалар менән эшләүҙең яңы төрҙәрен тәҡдим итә. Был ҙур хәйриә хәрәкәте, балаларға һәм уларҙың яҡындарына миһырбанлы ҡараш булдырыла башланы тигән һүҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Хәҙерге көндә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн адаптив тау саңғыһы клубы киләһе миҙгелгә тәрбиәләнеүселәр ҡабул итә. Йәйгеһен дөйөм физик әҙерлек, еңел атлетика, спорттың уйын төрҙәре буйынса күнекмәләр планлаштырыла.