10 декабрь, Шәмбе

13 март 2015 йыл, 18:11

2015 йылда Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы планды ғәмәлгә ашырыуға 2,7 миллиард һум бүленәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2015 йылда Башҡортостанда капиталь ремонтлауҙың ҡыҫҡа ваҡытлы планын тормошҡа ашырыуға 2 миллиард 700 миллион һум аҡса йүнәлтеү, 920 күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау планлаштырыла, шуның менән бергә 147 мең кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.

Был хаҡта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин хәбәр итте.

Коллегия эшендә федераль, республика власть органдары, күҙәтеү органдары вәкилдәре, ҡала округтары һәм муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары, ресурстар менән тәьмин итеүсе предприятие һәм торлаҡ-коммуналь комплекс предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

2014 йылда ҡыҫҡа ваҡытлы планды ғәмәлгә ашырыуға 899 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде, 540 йорт ремонтланды, 69 меңдән ашыу граждан торлаҡ шарттарын яҡшыртты. 2015 йылдың 1 ғинуарына «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы» фонды порталында капиталь ремонтлау төбәк программаларын тормошҡа ашырыу мониторингы буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттары рейтингында беренсе урынды биләй.

Министр хәбәр итеүенсә, торлаҡ-коммуналь предприятиеларҙың яғыулыҡ-энергетика ресурстары өсөн бурысы ҙур проблема булып тора. 2015 йылдың 1 февраленә газ өсөн бурыс — 713 миллион һум, йылылыҡ энергияһы өсөн — 2 миллиард 115 миллион, электр энергияһы өсөн  853 миллион тәшкил итә.

2015 йылда биш ауылда төҙөлөш-монтажлау эштәре планлаштырыла, шуның менән бергә 972 фатир шәхси йылытыуға күсерелергә тейеш. Социаль әһәмиәтле объекттарҙа алты блоклы ҡаҙанлыҡ төҙөү планлаштырыла.