5 декабрь, Дүшәмбе

13 март 2015 йыл, 17:23

«Голос. Дети» проектында ҡатнашыусы Наилә Өмөтбаева популярлыҡ яулай

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Беренсе каналдың «Голос. Дети» проектында үҙ көсөн һынап ҡараған Ишембай ҡыҙы Наилә Өмөтбаеваның «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә ҡатнашыусылар күбәйә. Ҡыҙҙың уңышлы сығышы хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәйне.

Наилә Эдит Пиафтың  «Non, je ne regrette rien» («Бер нәмәгә лә үкенмәйем») йырын башҡарҙы. Һуңғы минутта ҡыҙға Пелагея боролоп ҡараны.

14 йәшлек йырсы бөтә һорауҙарға ла ихлас яуап бирә. Проектта ул күҙлек, эшләпә кейеп сығыш яһаны.

Йыр менән Наилә ете йәштән шөғөлләнә башлай. Ишембай ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбендә Земфира Шәмсетдинова һәм Елена Близнецова класында уҡый. «Голос. Дети» проектында ҡатнашыу өсөн ғаризаһын 2013 йылда уҡ ебәрһә лә, уңыш ике йыл үткәс кенә йылмайҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы миҙгелдә Башҡортостандан тағы бер башҡарыусы — Мәләүез ҡалаһынан Мария Мирова ҡатнаша.