Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың Хеҙмәт министрлығы хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыу буйынса күҙаллауға төҙәтмә индерҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының 2015 йылда предприятие хеҙмәткәрҙәрен эштән бушатыу буйынса күҙаллауына төҙәтмә индерелде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

— Уҙған йыл аҙағында эш биреүселәр 9 мең самаһы кеше булыр, тип хәүефләнә ине. Әммә февралдә беҙ яңынан һорау алыу үткәрҙек. 1 мартҡа күҙаллауҙар буйынса, 6,5 мең хеҙмәткәр. Эш биреүселәр тынысланды, персоналды ҡыҫҡартыу буйынса пландарын яңынан тикшереп, ҡыҫҡартыласаҡ хеҙмәткәрҙәр һанын бер ярым тапҡырға кәметте.

Хеҙмәт баҙарындағы хәлдең киҫкенләшеү ихтималлығы шарттарында иҫкәртеүсе саралар күрелә, атап әйткәндә, икенсе һөнәр үҙләштереү программаһы ғәмәлгә ашырыла.

— Ҡыҫҡартыуға эләккән хеҙмәткәрҙәрҙең барыһын да эшкә урынлаштырырбыҙ тип ышанам. Кешеләргә яңы һөнәр буйынса эшләү мөмкинлектәрен эҙләйәсәкбеҙ. Хәҙер ең һыҙғанып хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса программа төҙөйбөҙ. Дәүләт аҡсалары ярҙамында кадрҙарҙы һаҡлап ҡалырға әҙер предприятиеларҙы ҙур теләк менән программаға ҡабул итәбеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть