5 декабрь, Дүшәмбе

13 март 2015 йыл, 15:59

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре почет грамоталары менән бүләкләнде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә коллектив хеҙмәткәрҙәрен дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт ойошмаларының почет грамоталары менән бүләкләнеләр. Сара ижади коллективтың 75 йыллығы айҡанлы ойошторолдо.

Ун балет артисы, оркестрҙың өс музыканты һәм хужалыҡ бүлеге хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн республика Мәҙәниәт министрлығының почет грамоталары менән бүләкләнде. Оркестрҙың алыштырғыһыҙ етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Риф Моратшин да министрлыҡ наградаһы менән билдәләнде.

Балет буйынса репетитор Наил Сәрүәров, балет артистары Рузанна Исламова, Азамат Нуриманов, оркестр артисы Олег Хәзиев намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы һәм ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Өфө хакимитенең почет грамоталарына лайыҡ булды.

Өфө ҡалаһы Киров районының һигеҙ почет грамотаһы балет артистары Эльвира Муллағоловаға, Лариса Бәҙретдиноваға, Екатерина Запоноваға, оркестр артисы Альфред Кашаповҡа һәм башҡаларға бирелде. «Ансамбль башҡорт балы, ҡурай менән бер рәттән Башҡортостандың визит карточкаһы булып тора», — тип билдәләне Киров районы башлығы урынбаҫары Миңзифа Көмөшҡолова.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты сағыу сәхнә йондоҙҙары, педагогтар Гүзәл Абсаттароваға һәм Рим Әбделмәновҡа маҡтау ҡағыҙҙары әҙерләгән.

— Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль донъя кимәлендә башҡорт бейеүен пропагандалай. Дәүләт гербы, гимны һәм флаг менән бер рәттән ул республикабыҙҙың төп атрибуттарының береһе һанала. Башҡарыусылар быуынының алмашыныуы коллективығыҙ кимәлендә сағылыш тапмай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Хәләф Ишморатов.

Ансамблдең юбилейына арналған гала-концерт 14 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.