Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Ғинуар-февралдә Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләме бер ярым тапҡырға артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Ғинуар-февраль айҙарында Башҡортостанда 353,9 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, был һан 2014 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 51,6 процентҡа күберәк, тип хәбәр итте Башҡортостанстат.

Шәхси төҙөүселәр дөйөм майҙаны 232,7 мең квадрат метрлыҡ торлаҡты файҙаланыуға тапшырған. Предприятиелар һәм ойошмалар 121,2 мең йорт төҙөгән.

Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Татарстандан (424,1 мең квадрат метр) ҡала икенсе урында килә. Лидерҙар исемлегендә Һамар өлкәһе лә (343,6 ) бар. 1000 кешегә торлаҡ төҙөү күрһәткесе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында бишенсе урынды биләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть