4 декабрь, Йәкшәмбе

13 март 2015 йыл, 12:54

Үрге Тәтешлелә билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге башлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 13-14 мартта Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының «Спорт планетаһы» физкультура-һауыҡтырыу комплексында 20 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге уҙа.

Ярыштың ойоштороусылары — Рәсәйҙең Спорт министрлығы, Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостандың билбау көрәше һәм милли көрәш буйынса федерацияһы, Тәтешле районы хакимиәте.

Бәйгелә 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. Башҡортостандан 40 көрәшсе сығыш яһай, улар араһында былтыр билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында көмөш миҙалға лайыҡ булған Артур Зөлҡәрнәев тә бар.