8 декабрь, Кесе йома

13 март 2015 йыл, 11:40

Республика сәйәхәтселәре Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә хәтер маршруты буйлап сәфәргә сыҡты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 13 мартта Өфөнөң Телеүҙәк бинаһынан Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә хәтер экспедицияһы башланды. «Башинформ» хәбәр итеүенсә, унда ҡатнашыусылар ҡаргиҙәрҙә бер нисә көндә 400 саҡрымдан ашыу юл үтергә ниәтләй. Сәйәхәтселәр үҙҙәре менән иң ҡиммәтле хәрби ҡомартҡыны — Еңеү байрағын да алған.

Был Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ҡатнашлығында ойошторолған тәүге экспедиция түгел. 14 февралдән 19-на тиклем 20-нән ашыу кеше 10 ҡаргиҙәрҙә һәм өс автомобилдә Аксаков эҙҙәре буйлап уҙышта ҡатнашты. Экспедиция Әҙәбиәт йылына бағышланды.