8 декабрь, Кесе йома

13 март 2015 йыл, 11:17

«Башҡортостан сода компанияһы» коллективы Рәсәй Президентының ҡотлау телеграммаһын алды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Владимир Путин «Башҡортостан сода компанияһы»ның «Сода» производствоһына 70 йыл тулыу айҡанлы коллективҡа ҡотлау телеграммаһы ебәргән.  

Владимир Путин 1945 йылдың 13 мартында тәүге продукцияһын сығарған данлы предприятие коллективын ҡотлап: «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төҙөлгән предприятие бай тарихлы. Бөгөн дә ул уңышлы, һөҙөмтәле эшләй һәм тармаҡ лидерҙарының береһе һанала. Күп быуын инженер, технолог, эшселәрҙең профессионаллеге арҡаһында заводтың продукцияһы илебеҙҙә генә түгел, унан ситтә лә юғары баһалана», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Рәсәй Президенты билдәләүенсә, быйылғы юбилей — заводтың хеҙмәт биографияһын иҫкә төшөрөү, ветерандарға һәм бөгөнгө көндә уларҙың традицияларын дауам итеүселәргә рәхмәт белдереү өсөн бик яҡшы сәбәп.