8 декабрь, Кесе йома

13 март 2015 йыл, 10:01

Башҡортостан тауарҙары экспортының 87 процентын минераль продукттар тәшкил итә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2014 йылда Башҡортостанда 12,7 миллиард долларлыҡ продукция экспортҡа сығарылған, был 2013 йылғы күрһәткестән 4,2 процентҡа кәмерәк. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, экспорттың 86,6 проценты минераль продукттарға тура килә. Машиналар, ҡорамалдар һәм транспорт саралары экспорттың — 5,8, химия сәнәғәте продукцияһы, каучук 5 процент тәшкил итә.

Импорт күләме — 1 миллиард доллар (2013 йылға минус 4,1 процент). Уның структураһында машиналар эшләү тауарҙары өҫтөнлөк итә. Импорттың сирек өлөшө тиерлек (23,4 процент) — химия сәнәғәте продукцияһы, каучук, 8,4 проценты — металл һәм унан яһалған әйберҙәр.

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығында нефткә хаҡтарҙың төшөүе һөҙөмтәһендә тауарҙарын сит илгә сығарыусыларҙың табышы кәмеүен билдәләйҙәр.