5 декабрь, Дүшәмбе

12 март 2015 йыл, 17:48

2014 йылда республикала тулайым төбәк продукты яңы сикте үтте — 1,3 триллион һум

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2014 йылда Башҡортостандың тулайым төбәк продукты 1 триллион 343,9 миллиард һум тәшкил иткән. Был 2013 йылғы кимәлдән 1,5 процентҡа юғарыраҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығынан.

Башҡортостанда йән башына тулайым төбәк продуктының күләме 330,1 мең һум тәшкил иткән. Рәсәйҙең 85 субъекты араһында республика ошо күрһәткес буйынса 26-сы урынды (2010 йылда — 37-се) биләй. Рәсәйҙә йән башына эске тулайым продукт күләме уртаса — 485,8 мең һум.

2014 йылдың икенсе яртыһында АҠШ, Евросоюз Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индереү сәбәпле нефткә хаҡтар төштө. «Республикала, Рәсәйҙәге кеүек үк, иҡтисад үҫеше кәмеүе күҙәтелә», — тип билдәләйҙәр министрлыҡта.