7 декабрь, Шаршамбы

12 март 2015 йыл, 17:07

Өфөлә «Сәхнәлә — китап!» проекты башланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Әҙәбиәт йылы сиктәрендә «Сәхнәлә — китап!» берлектәге китапхана-театр проекты ғәмәлгә ашырыла.

Ҡаланың үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы театр менән хеҙмәттәшлек итеү аша өфөләр араһында китап уҡыуҙың абруйын күтәрергә ниәтләй. Спектаклдәр башланыр алдынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Башҡортостандың Рус драма театры фойеһындағы күргәҙмәләрҙә сәхнә әҫәренең әҙәби сығанағы, уның авторы һәм яҙыусының башҡа әҫәрҙәре менән танышырға мөмкин.

«Сәхнәлә — китап!» проекты сиктәрендә Башҡорт драма театрында ойошторолған тәүге күргәҙмә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриға арналды. Был көндө уның «Ҡара йөҙҙәр» спектакле сәхнәгә ҡуйылды.

Яңылыҡ күп тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итте, улар әҙиптең ижады менән ҡыҙыҡһынды, һорауҙар бирҙе.

Яҡын араларҙа Рус драма театрында Александр Островскийҙың тормошона һәм ижадына бағышланған китап күргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана.