10 декабрь, Шәмбе

12 март 2015 йыл, 16:16

Март аҙағында «Өфө» аэропортының халыҡ-ара терминалы һынау режимында эшләй башлай

фото: Олег Яровиков | видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «Өфө» аэропортының халыҡ-ара терминалы март аҙағында  — апрель баштарында һынау режимында эшләй башлар тип күҙаллана. Был хаҡта журналистарға «Өфө» аэропортының төҙөлөш буйынса директор урынбаҫары Вячеслав Шульга хәбәр итте.

— Төҙөлөш этабы тамамланды, хәҙер яңы һәм иҫке терминалдар араһында коммуникация системаларын яйға һалыу, программа тәьминәтен индереү бара, — тип һөйләне Вячеслав Шульга. — Үткәреү пунктын техник яҡтан йыһазландырыу буйынса бөтә эштәр ҙә тамамланғас, терминал пассажирҙарҙы халыҡ-ара статуста хеҙмәтләндерә башлаясаҡ. Хәҙерге көндә әҙерлек эштәре башҡарылған, ҡорамалдар ҡуйылған, үткәреү пунктын рәсмиләштереү талап ителә. Терминалды сафҡа индереүҙең аныҡ датаһы шуға бәйле.

Вячеслав Шульга һүҙҙәренсә, пассажирҙар өсөн уңайлылыҡ кимәле «С» IATO категорияһына ярашлы буласаҡ.

Әлеге көндә аэропорт терминалы сәғәтенә 200 пассажирҙы хеҙмәтләндерә, яңы терминал сафҡа ингәс, был һан 800-гә етәсәк. Төҙөлөш-монтаж эштәренең яҡынса хаҡы миллиард һумдан ашыуыраҡ тәшкил итте, үткәреү пункты 260 миллион һумға барып баҫты. Биләмә саммиттарға тиклем төҙөкләндереләсәк.

Өфө аэропортының йәйге теҙмәһе былтырғы күләмдәрҙән сығып билдәләнгән. Халыҡ-ара йүнәлештәргә пассажирҙар ағымы һиҙелерлек кәмеүгә ҡарамаҫтан, Өфөнән Төркиәгә, Египетҡа, Кипрға, Тунисҡа, Италияға, Грецияға осорға мөмкин буласаҡ. Пассажир ташыусылар быйыл йәй илебеҙ курорттарының популярлығы артыуын күҙаллай һәм көньяҡ төбәктәргә осоштар йышлығын арттыра.