3 декабрь, Шәмбе

12 март 2015 йыл, 15:09

Республика йортонда Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙылар

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Кесаҙна көндө Республика йортонда Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Тантананы төбәк Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов алып барҙы. Ул Рөстәм Хәмитов исеменән бүләкләнеүселәргә намыҫлы хеҙмәттәре, республика һәм ил үҫешенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

— Төрлө өлкәләрҙә, тармаҡтарҙа эшләүегеҙгә ҡарамаҫтан, һеҙгә уртаҡ һыҙаттар хас. Һеҙҙе юғары профессионаллек, яуаплылыҡ, һөнәргә тоғролоҡ, ватансылыҡ кеүек сифаттар берләштерә, — тине Сергей Молчанов. — Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса барлыҡ социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса  яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелгән. Тап һеҙҙең хеҙмәтегеҙ арҡаһында беҙ ошо күрһәткестәргә ирештек, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе.

Бөгөн төрлө тармаҡта эшләүсе 45 хеҙмәт алдынғыһы бүләкләнде. Улар араһында депутаттар һәм чиновниктар, ветеринарҙар һәм малсылар, табиптар һәм слесарҙар, музыка мәктәптәре уҡытыусылары һәм музей хеҙмәткәрҙәре, урмансылар һәм сауҙа өлкәһендә эшләүселәр, китапханасылар һәм журналистар бар.

«Урал сасси» гәзитенең баш мөхәррире Юрий Михайловҡа, «Өмөт» гәзитенең хаттар бүлеге мөдире Гөлара Арыҫлановаға, «Тамыр»  телеканалы комментаторы Гөлфиә Раяноваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» исеме бирелде.

темалар: бүләкләүҙәр