Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың һигеҙ предприятиеһы халыҡ-ара сифат конкурсының һайлап алыу турында еңеү яуланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостандың һигеҙ предприятиеһы «Иң яҡшы тауарҙар һәм хеҙмәттәр — ГЕММА» халыҡ-ара конкурсының Рәсәй буйынса һайлап алыу этабында еңеүселәр исемлегенә инде.

Улар араһында «Благовещенский железобетон», «Медсервис», «Дионис», «Пластопт», «Декарт» компаниялары, «Дуҫлыҡ», «Сәләмәтлек шишмәһе» шифаханалары, «Волкодав» һаҡ агентлығы бар. Еңеүселәрҙең тулы исемлеге проекттың рәсми сайтында бирелгән.

Конкурс 2002 йылдан алып үткәрелә. Эксперттар комиссияһы аккредитацияланған лаборатория, ғилми-тикшеренеү институты, күҙәтеү органдары белгестәренән тора. Тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең сифаты һәр төркөм өсөн төҙөлгән анкета системаһы буйынса баһалана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть